05:36 (UTC+5), 27 Февраль 2013

Лилиә Ғүмәрова: «Мәҙәниәт өлкәһенең һөҙөмтәле эшләүе – заман талабы»

Розалия Вәлиева
- Үткән йыл мәҙәниәт өлкәһе өсөн айырыуса әһәмиәтле булды, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова 26 февралдә Өфөнөң Конгресс-холында үткән Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында. – Республика Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә мәҙәниәт мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүлде. Һуңғы йылдар эсендә тәүгә тармаҡтың проблемалары һәм уны артабан үҫтереү мөмкинлектәре билдәләнде. Ижади проекттар булдырыуға 100 миллион һум күләменә гранттар бүлеү ҡаралған. Бындай ярҙам башҡорт мәҙәниәтенә оҙаҡ йылдар күрһәтелгәне юҡ ине.
Ултырышта 2012 йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды һәм алдағы ваҡытҡа тармаҡты үҫтереү буйынса бурыстар билдәләнде. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова 2012 йылды уңышлы тип баһаланы. Халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге ҙур проекттар тормошҡа ашырылды, урындағы бюджеттарҙың мәҙәниәткә сығымдарын яҡынса 10 процентҡа арттырыуға өлгәшелде. 2012 йылда был сығымдар 3 миллиард һум тәшкил итте.
«2013-2018 йылдарға Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереү» оҙайлы сроклы маҡсатлы программаһы әҙерләнгән. Уның сиктәрендә музыка мәктәптәрен кәрәкле музыка ҡоралдары менән тәьмин итеүгә йыл һайын 75 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеүгә йыл һайын 50 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Әминә Шафиҡова мәҙәниәт өлкәһендә кадрҙар етешмәү мәсьәләһен дә билдәләне. Хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса йәше – 45-50, шуға күрә күпселек учреждениелар иҫке ҡалыптар буйынса эшләй. Йәш белгестәр тармаҡтағы барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙең яҡынса 19 процентын тәшкил итә. 2011 йыл менән сағыштырғанда, был ике процентҡа кәмерәк.
Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, социаль өлкәнең һөҙөмтәле эшләүе заман талабына әүерелә. Уның һүҙҙәренсә, зыянға эшләгән ойошмаларҙы ябыу түгел, ә һөҙөмтәле эшләгән йүнәлештәрҙе үҫтереү мөһим. Бының өсөн ғәмәлдәге мәҙәниәт учреждениеларының ойоштороу-хоҡуҡи формаларын ҡайтанан ҡарап сығыу зарур.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика