Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+11 °С
12:16 (UTC+5), 15 Февраль 2013

Лилиә Ғүмәрова Нефтекама муниципаль-ара медицина округында кәңәшмә үткәрҙе

Ольга Мортазина
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Нефтекамала муниципаль-ара һаулыҡ һаҡлау системаһы эшмәкәрлеге буйынса сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. Бындай саралар шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Бөрө, Белорет муниципаль-ара медицина округтарында үткәрелде. Артабан уларҙы башҡа төбәктәрҙә лә үткәреү планлаштырыла.
Вице-премьер ҡайһы бер статистика мәғлүмәттәре менән таныштырҙы. «Тыуым күрһәткестәре буйынса Нефтекама округында ыңғай хәл күҙәтелә. Шулай уҡ 2012 йылда үлем кимәле лә кәмегән. Әммә был һандар Рәсәй Хөкүмәтенең, Башҡортостандың норматив акттары менән билдәләнгән маҡсатлы күрһәткестәрҙән күпкә артта ҡала», — тип хәбәр итте Лилиә Ғүмәрова.
Вице-премьер онкология хеҙмәте эшмәкәрлеген әүҙемләштереүҙе һораны, сөнки Нефтекамала үлем осраҡтары уртаса республика күрһәткесенән – 6,5 процентҡа, Краснокама һәм Яңауыл райондарында яҡынса 1,5 тапҡырға артҡан. Тәтешле районы үҙ-үҙеңә ҡул һалыу һәм тышҡы сәбәптәр, шул иҫәптән юл-транспорт фажиғәһе арҡаһында үлем осраҡтары буйынса «лидер» булып тора. Икенсе кимәлдәге травматология үҙәге булыуға ҡарамаҫтан, үлем күрһәткестәре бында юғары. Лилиә Ғүмәрова, беренсе звенолағы медицина хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге ҡәнәғәтләндерерлек кимәлдә түгел, тигән һығымтаға килде. Һөҙөмтәлелекте арттырыу өсөн амбулатор-поликлиника хеҙмәте учреждениеларын үҙгәртеп ҡороуҙы, шул иҫәптән табиптарҙы ҡайтанан уҡытыуҙы дауам итеү зарур, тип иҫәпләй вице-премьер.
Кәңәшмәлә шулай уҡ республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев сығыш яһаны. Ул ағымдағы йылға Граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһының үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Шулай уҡ ул БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Юғары иҡтисад мәктәбе» ғилми-тикшеренеү институтына республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһына дөйөм баһа биреү буйынса эш ҡушыуы хаҡында әйтте. «Юғары иҡтисад мәктәбе хеҙмәткәрҙәренең барлыҡ тәҡдимдәре дауалау учрежденелары етәкселәре һәм медициа персоналы өсөн әҙерләнгән «юл картаһы»на һәм «һөҙөмтәле контракт»ҡа индереләсәк. Башҡарма власть органдары етәкселәре өсөн медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу өҫтөнлөклө бурыс булып тора», - тип билдәләне Георгий Шебаев.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика