Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
09:14 (UTC+5), 12 Февраля 2013

Рәсәйҙә һәләтле балалар өсөн экология буйынса конкурс иғлан ителде

Галина Бахшиева
Рәсәйҙә «Һәләтле балалар» халыҡ-ара форумында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә. Сара Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә үткәрелә.
Һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларҙы шәхесте үҫтереү программаһына йәлеп итеү, йәш таланттарға ярҙам итеү форумдың төп маҡсаты булып тора. Уны ойоштороусылар булып «Һәләтле балалар - Рәсәй киләсәге» йәмәғәт хәрәкәте сығыш яһай.
«GreenPress» мәғлүмәт агентлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, форум программаһы 20 йүнәлеште үҙ эсенә ала. Номинациялар араһында - «Йәш экологтар союзы», «Йәш журналистар союзы», «Йәш тарихсылар клубы», «Режиссерлыҡ һәм операторлыҡ оҫталығы» һәм башҡалар. Йүнәлештәрҙең береһе буйынса форумда ҡатнашыусылар эссе яҙырға, реферат әҙерләргә, плакат төшөрөргә йәки театраль-музыкаль композиция менән сығыш яһарға тейеш. Шул уҡ ваҡытта барлыҡ сығыштар һәм әҫәрҙәр тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһына бәйле булырға тейеш.
Сарала Рәсәй төбәктәренән һәм БДБ илдәренән мәктәп, гимназия, лицей, колледж, ижад йорто, сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары ҡатнаша ала.
Ижади эштәр һәм форумда ҡатнашыуға заявкалар 2013 йылдың 10 мартына тиклем ҡабул ителә. Лауреаттарҙы наградлау тантанаһы Мәскәүҙә 18 майҙа үтә. Иң яҡшы эштәр авторҙары Рәсәй Президенты премияһына һәм «Йәш таланттар» орденына тәҡдим ителсәк, шулай уҡ «Орленок» балалар лагерына путевкалар менән бүләкләнәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика