Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+10 °С
04:39 (UTC+5), 18 Ғинуар 2013

Республика Австрия менән мәҙәни хеҙмәттәшлек булдыра

Розалия Вәлиева
— Башҡортостан төрлө ижади проекттарҙа, шул иҫәптән Рәсәйҙә Австрияның мәҙәни миҙгелен үткәреү сиктәрендә ойошторолған сараларҙа, һәр ваҡыт ҡатнашырға әҙер, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Австрияның Рәсәйҙәге Илселеге ҡарамағындағы мәҙәниәт буйынса атташе Симон Мраз менән осрашыу барышында. – Беҙҙең артистар, ижади коллективтар Рәсәй буйлап гастролдәргә йөрөй, Европа һәм донъяның төрлө илдәрендә концерттар менән сығыш яһай. Сит илдәрҙән коллегаларыбыҙҙың беҙгә килеүе бик ҡыуаныслы.
— Австрияның Рәсәйҙәге мәҙәниәт институтында эшләйем, - тип хәбәр итте Симон Мраз. – Минең бурыс – Рәсәйгә килгән Австрия рәссамдарына һәм музыканттарына ижади проекттар ойоштороуҙа һәм уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү. Бөгөнгө көнгә балет сәнғәте өлкәһендә берлектә ижади проекттарҙы ғәмәлләштереү буйынса тәҡдимдәр бар. Атап әйткәндә, Түбәнге Австриянан «Европа-балет Санкт Пёльтен» балет труппаһының гастролдәрен ойошторорға теләр инек.
Симон Мраз Австрияның Санкт-Берн ҡалаһындағы театрҙың Башҡортостандың балет өлкәһендәге проекттарында ҡатнашырға теләүе хаҡында әйтте. Башҡорт опера һәм балет театры директоры Рөстәм Сабитов 2013 йылдың апрелендә үтәсәк Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивалендә ҡатнашырға тәҡдим итте.
Шулай уҡ осрашыуҙа Өфөлә Австрияның бөгөнгө фотосәнғәте күргәҙмәһен ойоштороу мөмкинлектәре тикшерелде һәм уларҙы студенттар өсөн тематик экспозициялар форматында үткәрергә тәҡдим ителде. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар III «Өфө-Зальцбург» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Австриянан коллегалары менән хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре һәм Австрия белгестәренең музыка һәм балет сәнғәте буйынса үткәрелгән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыуы, шулай уҡ ике республика араһында артистарҙың, ижади коллективтарҙың гастролдәрен ойоштороу мөмкинлектәре хаҡында фекер алышты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика