Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-23 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2013, 15:56
Республикала буласаҡ әсәләр өсөн концерттар ойоштороласаҡ
Башҡорт дәүләт филармонияһы тәүгә буласаҡ әсәләр өсөн концерттар ойоштора. Тәүге бындай саралар 2 һәм 9 февралдә Орган залында үтә.
«Башинформ»
агентлығы алда хәбәр итеүенсә, мәҙәни проект Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениелары ярҙамында тормошҡа ашырыла. Унда психологтар, педиатрҙар, гинекологтар һәм башҡа табиптар ҡатнашасаҡ.
Ауырлы ҡатындар һәм әсәләр өсөн орган, флейта, ҡурай һәм ҡыллы музыка ҡоралдарында классик әҫәрҙәр башҡарыласаҡ. Улар өсөн Моцарт, Вивальди, Чайковский һәм башҡа билдәле композиторҙарҙың әҫәрҙәре яңғыраясаҡ.
— Буласаҡ әсәләр өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ, - тип хәбәр итте Башҡорт дәүләт филармонияһы директорының концерттар ойоштороу эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары Маргарита Мансурова. - «Музыка салоны» йәмғеһе 15 кешене һыйҙыра, сығыштар бер сәғәт дауам итәсәк.
Бындай сараларҙы аҙна һайын үткәреү планлаштырыла, тип асыҡланылар филармониянан.
Автор:
Розалия Вәлиева
Теги:
башҡорт дәүләт филармонияһы
Читайте нас