Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Облачно
Йәмғиәт
14 Ноября 2012, 10:17

Өфөлә Иран сәнғәте көндәре үтәсәк

М.А.Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфөләге филиалы менән ойошторолған Иран сәнғәте көндәре Башҡортостан баш ҡалаһында 15-25 ноябрҙә үтә.
«Башинформ» агентлығына университеттан хәбәр итеүҙәренсә, Иран сәнғәте көндәре сиктәрендә өфөлөләр иран милли сәнғәт изделиелары, сувенир продукцияһы күргәҙмәһендә ҡатнашып, биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса «Иран — әкиәт донъяһы» конкурсын ҡарай аласаҡ. Бынан тыш, ҡунаҡтарға Иран дәүләте тураһында фильм күрһәтәсәктәр, төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.
Иран сәнғәте көндәрен асыу тантанаһы Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфөләге филиалында 15 ноябрҙә үтә. Башлана – 11 сәғәттә.
Автор:Розалия Вәлиева
Читайте нас