Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-26 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Октябрь 2012, 13:06
Германия вәкилдәре Башҡортостандың туристик мөмкинлектәрен өйрәнә
Өфөлә визит менән Германия делегацияһы булып китте. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының почетлы профессоры, «Хөкүмәт һәм бизнес» селтәре идарасыһы Мартин Херкштретер һәм Гессен банкының бизнесты консультациялау бүлеге етәксеһе Райнер Бонг Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында, шулай уҡ бер нисә министрлыҡта булды, сит ил ҡунаҡтары Башҡортостанда үҫеш банкын булдырырға тәҡдим итте. Әлеге банк яңы эш башлаған эшҡыуарҙар өсөн ныҡлы гарантиялар бирә алыр ине.
Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында уҡытыусылар һәм студенттар менән осрашыу үтте, унда республикала ситтән килеү туризмын үҫтереү һәм университетта уҡыған студенттарҙы эшкә урынлаштырыу мөмкинлектәре тикшерелде. Германия ҡунаҡтары фекеренсә, Башҡортостандың уникаль ресурстары һәм рекреацион зоналары туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Райнер Бонг үҙе ижад иткән йырҙарҙы башҡарҙы. Композицияларҙың береһе Башҡортостандың иҫтәлекле урындарына – Шүлгәнташ мәмерйәһенә һәм Ирәмәл тауына арналды.
Автор:
Людмила Терновая
Теги:
халыҡ-ара хеҙмәттәшлек
Читайте нас