Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
08:53 (UTC+5), 26 Октября 2012

Башҡорт дәүләт университеты Харьков милли университеты менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Эльмира Сабирова
Башҡорт дәүләт университеты менән Харьков милли университеты хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Юғары уҡыу йорттары араһында ғилми-тикшеренеү һәм белем биреү эшмәкәрлеге өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеү ҡарала.
БашДУ-ның матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, В.Н.Каразин исемендәге Харьков милли университеты ректоры Вил Бакировтың Башҡорт дәүләт университетына визиты сиктәрендә документҡа ҡул ҡуйылды. Ул, әйткәндәй, Өфөлә тыуған, шуға күрә республика тормошо менән бик тә ҡыҙыҡһына.
Ректорҙар үҙҙәренең юғары уҡыу йорттары тарихы һәм бөгөнгөһө хаҡында һөйләне, бөгөнгө абитуриенттар һәм белем биреү сифаты тураһында фекер алышты. Вил Бакиров университеттарҙың бер нисә йүнәлештә – фән, мәғариф һәм башҡа өлкәләрҙә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеүенә ышанысын белдерҙе.
— Башҡортостандың алдынғы юғары уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөү минең өсөн оло хөрмәт. Әлеге осрашыу һәм документ беҙҙең алда бергәләп эшмәкәрлек алып барыу өсөн ҙур мөмкинлектәр асыр, тип ышанам, - тине Вил Бакиров.
БашДУ ректоры Әхәт Мостафин, үҙ сиратында, хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һаласаҡ фәнни-ғәмәли конференция үткәрергә тәҡдим итте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика