Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Октябрь 2012, 12:16

Дыуан районында 75 йыл бергә ғүмер итеүҙәрен билдәләгән ғаилә тәбрикләнде

Дыуан районы хакимиәте башлығы Владимир Солин 75 йыл бергә ғүмер итеүҙәрен билдәләгән Дудиндар ғаиләһен ҡотланы, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
Иван Герасимович һәм Анна Григорьевна Дудиндар Ярославка ауылында Иван Герасимовичтың атаһы 1872 йылда төҙөгән йортта йәшәйҙәр.
— Беҙҙең заманда 75 йыл йәшәү – ул үҙе Хоҙай тарафынан бирелгән ҙур бүләк. Ә 75 йыл бергә ғүмер итеү – оло бәхет, ә башҡа ғаиләләр өсөн оптимизм менән һуғарылған феномен булып тора, - тине Владимир Солин.
Хакимиәт башлығы юбилярҙарға Башҡортостан Президентының ҡултамғаһы ҡуйылған ҡотлау хатын тапшырҙы.
Автор: Людмила Терновая
Читайте нас