Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+16 °С
12:11 (UTC+5), 19 Октябрь 2012

Башҡортостанда Студенттарҙың киң мәғлүмәт саралары форумы үтә

Ольга Мортазина
Башҡорт дәүләт университетында тәүгә республика студенттарының киң мәғлүмәт саралары форумы үтә. Сараның ике көнлөк программаһында йәштәр өсөн белгестәрҙең оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим ителде. Студенттар менән блогер Дмитрий Эйгенсон, пиарсы Михаил Бреслер, фоторәссамдар Григорий Сухарев һәм Александр Марушин, юрист Максим Беляев һәм башҡалар аралашты. «Башинформ» агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиев йәштәргә интернет, индивидуаль журналистар, хәҙерге заман журналистикаһының мультимедиялы булыуы хаҡында һөйләне.
Журналист интерактив аралашыу ысулын һайлап, студенттарға төрлө һорауҙар бирҙе. Мәҫәлән, бөгөнгө журналист ниндәй булырға тейеш? Ул фотоға йәки видеоға төшөрә белергә тейешме? Баҫма матбуғат юҡҡа сығамы? Уҡыусыға аналитика кәрәкме? Бынан һуң Шамил Вәлиев, блогер булараҡ, үҙенең шәхси тәжрибәһе менән уртаҡлашты, Башҡортостандың алдынғы блогерҙары менән хеҙмәттәшлек итеүе, уларға «Ижтимағи электрон гәзит» биттәрендә ирекле рәүештә үҙ фекерҙәрен белдереү мөмкинлеген биреүе тураһында һөйләне.
Шулай уҡ баш мөхәррир йәш журналистарҙы мәҡәләләргә исем уйлап табыу һәм текст яҙыу серҙәренә төшөндөрҙө. «Яҡшы яҙылған текст ҡолаҡҡа ятышлы булырға тейеш. Аҡыллыраҡ күренергә тырышып яҙмағыҙ. Әгәр материалығыҙ иң ябай кешегә аңлайышлы икән, тимәк, тексығыҙ яҡшы яҙылған. Субъективлыҡтан арынығыҙ, профессионалдар эксперттарға үҙ фекерҙәрен әйтергә мөмкинлек бирә», — тип кәңәш итте мәғлүмәт агентлығы етәксеһе. Артабан ул агенлыҡтағы цензура, йәш цензы тураһында һөйләне.
Уҡыу йортон тамамлағандан һуң, киң мәғлүмәт сараларында эшләргә теләгән студенттарға Шамил Вәлиев үҙҙәренең материалдарын уға ебәрергә ҡушты. «Яңы кадрҙар эҙләйбеҙ», — тип аңлатты ул.
Форумдың һуңғы сараһы булараҡ студенттарға БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Аббас Ғәлләмовтың оҫталыҡ дәресе тәҡдим ителәсәк. Ул бөгөнгө сәйәси процеста киң мәғлүмәт сараларының роле хаҡында һөйләйәсәк. Симпозиум «Яңы һүҙ» студенттарҙың киң мәғлүмәт саралары конкурсында ҡатнашыусыларҙы наградлау тантанаһы менән тамамланасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика