Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2012, 15:02

Башҡортостан Президенты йәш ғалимдарға фән һәм техника өлкәһендә премиялар тапшырҙы

Республика көнө алдынан Өфөлә йәш ғалимдар тәбрикләнде. Фән һәм инновациялар өлкәһендәге иң яҡшы ҡаҙаныштар 2002 йылда булдырылған Республика дәүләт премиялары менән билдәләнде. Ике йәш тикшеренеүсе 150-шәр мең һум аҡса аласаҡ. 2011 йылғы лауреат исеменә Башҡорт дәүләт аграр университетының химия кафедраһы мөдире Регина Исламова һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты аспиранты Әнүәр Вәлиев лайыҡ булды.
Лауреаттарға был юғары наградаларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тапшырҙы. Йәш ғалимдарҙың перспективалы эшләнмәләренә ярҙам итеү өсөн Хөкүмәт барыһын да эшләй, тип белдерҙе ул. 11 йыл эсендә лауреат исеменә 17 ғалим һәм 10 ғалимдар коллективы лайыҡ булған.
— Һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн күп йылдар кәрәк. Мин үҙем фәндән сыҡҡан кеше булараҡ, ғилми эшмәкәрлектең көсөргәнешле хеҙмәт талап итеүен яҡшы аңлайым. Шул уҡ ваҡытта уңышһыҙлыҡтар, уңыштарға ҡарағанда йышыраҡ була, айырыуса был эксперимент үткәреү эштәренә ҡағыла. Әммә был ихтыяр көсөн тәрбиәләй һәм билдәле бер мөмкинлектәр бирә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы лауреаттарға түбәндәге һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итте:
— Бындай баһаға эшһөйәрлегегеҙ, ижадығыҙ, һәләтегеҙ, маҡсатҡа ынтылыусан булыуығыҙ менән лайыҡ булдығыҙ. Һеҙҙең эшмәкәрлек ярҙамында республика үҙенең фәнни-техник мөмкинлектәрен нығыта, инновацион сәйәсәт формалаштырыу буйынса алға табан аҙымдар яһай. Ғалимдарыбыҙҙың ҡаҙаныштары һуңғы йылдарҙа илдә һәм унан ситтә лә билдәле була башланы. Башҡортостан гуманитар фәндәр, этнография, көнсығышты өйрәнеү, социология, шулай уҡ ғәмәли һәм техник йүнәлештәр буйынса халыҡ-ара фәнни форумдар үткәреү урынына әүерелде. Беҙҙең ғилми учреждениелар федераль фондтар һәм халыҡ-ара ойошмалар менән бәйләнештәрҙе нығыта. Республика Рәсәй Федерацияһының Инновацион төбәктәр ассоциацияһы составына инде.
Рөстәм Хәмитов ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар булыуы хаҡында ла әйтте.
— Сәнәғәт продукцияһының дөйөм күләмендә юғары технологиялы продукция өлөшө элеккесә бәләкәй, производстволар эшмәкәрлегенә фәнни белем индереү, ғилми институттарыбыҙҙың ҡаҙаныштарын ил һәм донъя баҙарҙарына сығарыу йәһәтенән дә ауырлыҡ кисерәбеҙ. Әммә был мәсьәләләрҙе хәл итеп буласаҡ, тип уйлайым. Фән һәм производство араһында бәйләнештәр нығый. Быйыл үҙ эштәрен ғилми учреждениелар һәм юғары уҡыу йорттары вәкилдәре генә түгел, предприятиелар ҙа да тәҡдим итә башланы, - тине Башҡортостан Президенты. – Республика йәш ғалимдарға ҙур өмөттәр бағлай. Лауреаттарыбыҙҙың киләсәге яҡты булыр, тип ышанам.
Конкурс комиссияһы эксперттары билдәләүенсә, йылдан йыл эштәрҙең сифаты яҡшыра. Йәш ғалимдар төрлө өлкәләрҙә эшләй. Атап әйткәндә, был лазер мөмкинлектәрен өйрәнеүгә һәм биотехнологияларға бәйле эшләнмәләр.
Сара һуңында лауреаттар ярҙам күрһәткәндәре һәм хеҙмәттәрен юғары баһалағандары өсөн республика Президентына, Хөкүмәткә, эксперттар комиссияһына, үҙҙәренең ғилми етәкселәренә, юғары уҡыу йорттарына һәм яҡындарына рәхмәтен белдерҙе.
Автор:Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин
Читайте нас: