07:12 (UTC+5), 26 Сентября 2012

Рөстәм Хәмитов Михаил Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған тантаналы кисәлә ҡатнашты

Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков
Шишәмбе, 25 сентябрҙә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Михаил Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған тантаналы кисә үтте. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
— Республикабыҙҙың һынлы сәнғәт мәктәбе үҙенең һәләте менән айырылып тора. Һәм Михаил Васильевич был мәктәпте булдырыуға нигеҙ һалған да инде. Әлбиттә, бөгөн беҙҙең алда рәссамдарға ярҙам итеү бурысы тора. Михаил Нестеров исемендәге музейҙы ҙурайтырға кәрәк. Өфөлә, Башҡортостан Республикаһында Рәссамдар йортон булдырыу зарур. Музейҙарҙың һаҡлағыстарында ятҡан рәсемдәрҙе, уларҙа сағылдырылған матурлыҡты халыҡ күрә алһын өсөн бындай биналарҙы төҙөү мотлаҡ, - тине Башҡортостан Президенты үҙенең сәләмләү һүҙендә.
Өфөлөләрҙе шулай уҡ Третьяков галереяһы директоры урынбаҫары Лидия Иовлева, Рус дәүләт музейы хеҙмәткәре Павел Климов сәләмләне. Улар рәссамдың тормош юлы һәм ижады хаҡында һөйләне.
Кисәлә шулай уҡ Рәсәй художество академияһы президенты Зураб Церетелиның ҡотлау телеграммаһы уҡып ишеттерелде. Байрам матур концерт менән тамамланды.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика