Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-6 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2012, 17:08
Хәҙерге заман журналистикаһы лабораторияһы көҙгө миҙгелен аса
«Истоки» гәзите һәм «Башинформ» агентлығы менән асылған хәҙерге заман журналистикаһы лабораторияһы үҙ эшен дауам итә.
— Йәйге миҙгелгә йомғаҡ яһап, шуны әйтергә була: лаборатория йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Яңы исемдәр, яңы темалар, яңы мәҡәләләр – былар июль-август айҙарына эш һөҙөмтәләре. Шуға күрә 9-11 класс уҡыусыларын, юғары уҡыу йорттары студенттарын һәм журналистика өлкәһендә тәжрибә тупларға теләгән һәр кемде дәрестәргә саҡырабыҙ, - тине билдәле журналист, «Истоки» гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов.
Көҙгө миҙгелдең беренсе дәресе 6 сентябрҙә 19.00 сәғәттә Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45 адресы буйынса «Башинформ» агентлығының конференц-залында үтә. Лабораторияны Айҙар Хөсәйенов алып барасаҡ.
Автор:
Әлим Фәйезов
Теги:
журналистика
Читайте нас