12:58 (UTC+5), 03 Августа 2012

Рөстәм Хәмитов менән Анатолий Чубайс ПЭТ-үҙәгенә нигеҙ ташы һалыу тантанаһында ҡатнашты

Розалия Вәлиева
Йома, 3 августа, Өфөлә Позитрон-эмиссион томография, радиохирургия һәм фармацевтика препараттарын етештереү үҙәгенә нигеҙ ташы һалыу тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов һәм РОСНАНО идараһы рәйесе Анатолий Чубайс ҡатнашты.
Өфөлә уникаль диагностика үҙәге Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып төҙөләсәк. Уны төҙөү РОСНАНО компанияһының позитрон-эмиссион һәм компьютер томографияһы үҙәктәре селтәрен булдырыу буйынса проектының бер этабы булып тора.
Өфөләге үҙәктә йылына яман шештәрҙе дауалау буйынса кәм тигәндә 660 операция һәм 3 мең диагностик тикшеренеү үткәреү планлаштырыла.
Үҙәктең производство блогында радиохимия лабораторияһы, шулай уҡ сифатҡа күҙәтеү лабораторияһы эшләйәсәк.
Башҡортостандың баш онкологы Вадим Ручкин һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта изотоптар республикаға көн һайын төнгө рейс менән Мәскәүҙән килтерелә. Уларҙы алыҫтағы ҡалаларға поставкалау ҙур проблема булып тора. Өфөлә үҙәк асылғандан һуң, кәрәкле препараттар урында етештерелә башлаясаҡ.
— Яңы үҙәк онкология сирҙәрен дауалау өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ, - тине республика Президенты Рөстәм Хәмитов. – Төбәктә ПЭТ-үҙәген булдырыу яман шештәрҙе дауалау йәһәтенән яңы киңлектәр асасаҡ. Анатолий Борисович Чубайсҡа Өфөлә үҙәк асыу идеяһын хуплағаны өсөн рәхмәтемде белдерәм. Әлеге ваҡытта республикала технологияны артабан үҫтереү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла: бындай үҙәктәр Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында булдырыласаҡ. Ул ваҡытта бындай дауаланыу мөмкинлектәренә бөтә республика халҡы йәлеп ителәсәк. Онкология сирҙәрен асыҡлау, диагностика үткәреү һәм дауалау буйынса ҙур программа алдағы ваҡытта тормошҡа ашырыласаҡ, тип ышанабыҙ. Башҡортостан медицинаһы яңы кимәлгә күтәреләсәк – бындай ҡорамалдарға эйә булған үҙәктәр Рәсәйҙә бик әҙ. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, халыҡтың бөтә ҡатламдары ла бында дауалана аласаҡ – юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса тарифтар республика бюджетынан түләнәсәк.
— Беҙҙең өсөн нанотехнологиялар микроэлектроника йәки ҡояш энергетикаһы ғына түгел, - тине Анатолий Чубайс. – Беҙҙең эшмәкәрлектең төп йүнәлештәренең береһе – медицина һәм фармацевтика. Бөгөн беҙ старт биргән проект меңләгән кешегә заманса дауаланырға мөмкинлек бирәсәк.
Проекттың дөйөм бюджеты, РОСНАНО компанияһынан ҡушып финанслау тәртибендә йәлеп ителгән 1,2 миллиард һум аҡсаны иҫәптә тотоп, 2,4 миллиард һум тәшкил итә. Өфө үҙәгенә инвестициялар күләме 959 миллион һум тәшкил итәсәк. Уникаль медицина үҙәген 2013 йылдың икенсе кварталында төҙөп бөтөү һәм унда йылына биш меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндереү планлаштырыла.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика