Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+16 °С
07:30 (UTC+5), 03 Август 2012

Дим районында заманса көндөҙгө стационар асылды

Арина Рәхимҡолова
Өфөнөң Дим районында 47-се ҡала поликлиникаһының яңы көндөҙгө стационары сафҡа индерелде.
Дауалау-профилактика учреждениеһы корпусын асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашты. Уның һүҙҙәренсә, ағымдағы йылда социаль һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә объекттар төҙөү күләме совет осорондағы иң яҡшы йылдар күрһәткестәренә ҡарағанда юғарыраҡ.
– Тәүгә бындай объекттарға ҙур средстволар бүленә. Быйыл ҡалала 10 яңы бала баҡсаһы асыласаҡ. Әлегә тиклем айырымланып тигәндәй йәшәгән райондар, шул иҫәптән Шакша, Максимовка, Дим биҫтәләре халҡы ыңғай үҙгәрештәрҙе тойһон өсөн күп көс һалына. 47-се поликлиниканы артабан да үҫтерәсәкбеҙ, - тине Ирек Ялалов.
Заманса стационар өлкәндәрҙе һәм балаларҙы дауалау һәм уларға диагностика үткәреү өсөн яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Бөгөн 47-се поликлиника Дим районында берҙән-бер муниципаль күп профилле дауалау учреждениеһы булып тора. Унда 65 меңдән ашыу кешегә, шул иҫәптән балаларға ярҙам күрһәтелә. Заманса стационар – Дим районында һуңғы йылда сафҡа индерелгән өсөнсө һаулыҡ һаҡлау объекты. Шулай итеп, 2011 йылдың ноябрендә поликлиниканың яңы корпусы асылды, ә 2012 йылдың мартында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы үҙ ишектәрен асты, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенән.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика