Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-24 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Август 2012, 12:13

Төбәктең баш дәүләт торлаҡ инспекторы «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирә

1 августа «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында Башҡортостандың Дәүләт торлаҡ инспекцияһы начальнигы – баш дәүләт торлаҡ инспекторы, Волга буйы федераль округының Дәүләт торлаҡ инспекциялары советы рәйесе Илдар Замалетдиновтың онлайн-конференцияһы бара.
Урындағы ваҡыт менән 11-ҙән 12-гә тиклем «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына ингән һәр кеше, «Һорау бир!» бүлегендәге тейешле форманы тултырып, уға мөрәжәғәт итә ала. Төшкө 12-лә һорауҙар ҡабул итеү туҡтатыласаҡ.
Интернет ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.
Илдар Замалетдиновтың интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә лә сағылыш табасаҡ.
Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.
Автор: Сергей Захаров
Читайте нас