Ғаилә башлығы Адольф Николаевич – беренсе мари комиссары Николай Алексеевтың улы. Бөрө дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында белем алғандан һуң, 1961 йылдан алып пенсияға тиклем ете йыллыҡ Кәлтәй мәктәбендә физика һәм математиканан уҡытҡан. Адольф Николаевич – хеҙмәт ветераны, Кәлтәй ауыл биләмәһе депутаты. Һигеҙ йыл түбәнге ветерандар ойошмаһы рәйесе итеп һайланған.
Дауаханала санитарка булып эшләгән ҡатыны Мария Чапаева менән биш ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, әлеге ваҡытта уларҙың 12 ейәне бар.