Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2012, 13:04
Башҡортостанда ауыр йөк машиналарына эҫелә юлға сығырға ярамай
«Һамар – Өфө – Силәбе» автомобиль магистрале идаралығы ауыр йөк машиналары водителдәренә эҫелә юл йөрөүҙең яңы ҡағиҙәләре индерелеүе хаҡында иҫкәртә. Бында һауа температураһы 32 градустан үткәндә ауыр йөк машиналарына ҡаты япмалы юлдарҙан йөрөүҙең сикләнеүе тураһында һүҙ бара.
Республикала был арала тап ошондай эҫе көндәр тора. Башҡортостандың Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхиткә мониторинг идаралығы фаразына ярашлы, 13 июлдән 17-һенә тиклем республикала эҫе, башлыса яуым-төшөмһөҙ көндәр көтөлә. Көндөҙ – 31-36 градус, төнөн 17-22 градус буласаҡ.
Ошоға бәйле Идаралыҡ Башҡортостан аша үткән федераль әһәмиәттәге дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдары буйлап ауыр йөк ташыусы водителдәргә мөрәжәғәт итә. Трассаларҙан оптималь ваҡытта – 21.00-дән 09.00-гә тиклем йөрөргә кәрәк.
Автор:
Әлфиә Шәрәфетдинова
Теги:
транспорт
Читайте нас