10:13 (UTC+5), 11 Июля 2012

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын тапшырҙы

Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков
Республиканың иң лайыҡлы алты ғаиләһе бөгөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡулынан Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын алды. Тантана Республика Йортонда үтте.
— Наградалар тапшырыу — һәр ваҡыт күңелле миссия, сөнки уларҙы аласаҡ кешеләрҙең һәр яҡлап быға лайыҡ икәнен беләһең. Кешелеклелек йәһәтенән дә, профессиональ яҡтан да. Был кешеләр - йәмғиәтебеҙҙең ядроһы, нигеҙе, — тине Рөстәм Хәмитов, тантана сәбәпселәренә мөрәжәғәт итеп.
Республика башлығы йыйылғандарға профессиональ һәм йәмәғәт өлкәһендә алып барған эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.
— Бөгөн беҙ граждандарыбыҙ күкрәгендә һирәк осраған наградаларҙы — «Ата-әсәлек даны» орденын һәм «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалын тапшырабыҙ. Рәсәй Федерацияһының был яңы наградалары, улар дәүләттең иң күренекле ғаиләләрен билдәләргә ҡарар итеү уңайынан булдырылды,— тине Рөстәм Хәмитов.
Президент билдәләүенсә, был ғаиләләр балаларҙы тәрбиәләүҙән тыш, уларҙы ижади йәһәттән дә үҫтерә.
«Ата-әсәлек даны» орденын республика башлығы ҡулынан Ауырғазы районынан килгән пар алды. Алексей Иванов Юламан ауылында химия һәм биологиянан уҡыта, ә уның тормош иптәше Вера Александровна профессиональ карьераға балалар тәрбиәләүҙе өҫтөнөрәк күргән.
Николай һәм Ольга Гавва республиканың биш лайыҡлы гражданын тәрбиәләгән. Дәүләт уларҙың уңышын «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән билдәләгән. Был ғаилә – төҙөүселәр династияһынан. Оло улдары ла уларҙың юлын дауам иткән. Ҡыҙҙары юрист карьераһын һайлаған. Әле кинйәләре лә оло тормошҡа аяҡ баҫырға тора, үҙ юлын һайлай.
— Төҙөлөш факультетына уҡырға инергә ниәтләй, —тип улының пландары менән уртаҡлаша Ольга Ивановна.
Бәләбәйҙән бер юлы ике ғаилә Рөстәм Хәмитовтың ҡулынан миҙалдар алды. Крыловтар ысын оркестр ойошторған. Ул ғаилә ағзаларынан ғына тора. «Яблонька» — ҡалала яҡшы билдәле ижад коллективы. Атайҙары Павел – Бәләбәй мәҙәниәт һарайының рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының дирижеры. Әсәйҙәре Зинаида — «Реченька» ансамбленең хормейстеры. Музыкаль династияны Крыловтарҙың йәш быуына ла дауам итә. Улдары Октябрьский музыка колледжында уҡый, контрабаста уйнай, ҡыҙҙары – буласаҡ дирижер. Музыкаль ғаиләнең рус халыҡ туй йырын башҡарыуы ысын бүләк булды.
Бәләбәйҙән килгән тағы бер ғаилә – Щукиндар. Был ғаиләләге балалар атаһының да, әсәһенең дә һөнәрен яҡын күрә. Әсәһе – бейеү түңәрәге етәксеһе, аталары – инженер-энергетик.
Башҡортостандың өс кешеһе республика башлығынан «Һәләкәткә осраусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалын алды. Тантанала айырыуса «Башнефть» автотранспорт идаралығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең водителе Марат Әхмәтханов ныҡ тулҡынланды. Ә ике йыл элек ун һигеҙ йәшлек егет, уйлап та тормай, батып барыусы автомобилдән бәләкәй балалар менән ҡатынды ҡотҡарырға ташлана.
Рөстәм Хәмитов профессиональ наградалар ҙа тапшырҙы. Юрий Хризманға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы» исеме бирелде. Ул - Республика онкология диспансерының бүлек мөдире.
— Табип өсөн төп награда – пациенттың һаулығы, - тигән фекерҙә Юрий Нусинович.
Юрий Беспалов менән Зилә Сурағолова «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урмансылары» исемен алды. «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе» исеме Владимир Антипин менән Анатолий Киселевҡа тапшырылды.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика