Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
09:51 (UTC+5), 09 Июля 2012

Силәбелә РСФСР һәм СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Харис Йосоповҡа таҡтаташ асылды

Тимур Рәхмәтуллин | фото: Динә Нафиҡова
Силәбелә Көньяҡ Уралдың көрәш мәктәбенә нигеҙ һалыусы, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, ҡаланың почетлы гражданы Харис Йосоповҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Ул бөйөк тренерҙың оҙаҡ ваҡыт йәшәгән йортона ҡуйылды (Цвиллинг урамы, 36).
«Башинформ» агентлығына Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Динә Нафиҡова хәбәр итеүенсә, тантанала Харис Йосоповтың туғандары, дуҫтары, коллегалары һәм уҡыусылары, Силәбе өлкәһе Хөкүмәтенең һәм ҡала хакимиәтенең вәкилдәре ҡатнашты.
Данлыҡлы тренерҙың ҡатыны Фәрзәнә Йосопова хәләл ефетенең ниндәй ауыр шарттарҙа эш башлауы, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, бөтә союз һәм донъя күләмендәге спортсылар үҫтерә алыуы тураһында һөйләне.
Харис Йосоповтың улы, Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһы президенты, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Морис Йосопов атаһының исемен хөрмәтләп иҫкә алғандарғә рәхмәт әйтте.
Ул Харис Йосоповтың халыҡ-ара ярыштарҙы Силәбелә үткәреү өсөн күп көс түгеүен телгә алды. Быйыл да ҡала дзюдо буйынса Европа чемпионатын ҡабул иткән һәм унда Харис Йосоповтың тәрбиәләнеүселәре бик уңышлы сығыш яһаған.
Силәбе өлкәһе губернаторы урынбаҫары Олег Грачев Харис Йосоповты асыҡ күңелле, ҡунаҡсыл, алсаҡ кеше итеп хәтерләүе тураһында һөйләне.
Урал дәүләт физкультура университеты ректоры Леонид Куликов, Силәбе өлкәһенең физик культура министры Юрий Серебренников һәм Силәбе өлкәһе хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Наталья Котова ла Харис Йосоповтың ҙур ҡаҙаныштары һәм изгелекле кеше булыуын билдәләп үтте. Ректор әйтеүенсә, университеттың Ғалимдар советы Урал дәүләт физкультура университетының Стәрлетамаҡтағы филиалына Харис Монасип улы Йосоповтың исемен бирергә һәм унда мемориаль таҡтаташ асырға ҡарар иткән.
Тантанала ҡатнашыусыларҙың телмәренән һуң Харис Йосоповтың улдары мемориаль таҡтаташты асты, ә тантана ҡунаҡтары зәңгәр күккә аҡ шарҙар осорҙо. Бөйөк тренерҙы бынан һуң бер минут тын тороп иҫкә алдылар һәм мемориалға сәскәләр һалдылар.
Башҡортостандың Салауат районында тыуып үҫкән Харис Монасип улы Йосопов (1929–2009) – төрлө көрәш төрҙәре буйынса мастер (ирекле көрәш, классик көрәш, самбо, дзюдо, көрәш). Уның исеме сит илдәрҙә лә билдәле. Данлыҡлы көрәшсенең тәрбиәләнеүселәре донъя күләмендәге ярыштарҙа Рәсәй данын яҡлап сығыш яһай, Франция, Монголия, Төркиә, Алжир һәм Японияла тренер булып эшләй.
Харис Йосопов спорт эшмәкәрлегенән тыш, ижтимағи-сәйәси, уҡытыусылыҡ эше менән дә әүҙем шөғөлләнә, Урал дәүләт физкультура университетының көрәш кафедраһы профессоры була. Бихисап орден-миҙалдар, шул иҫәптән Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнә.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика