Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
13:10 (UTC+5), 19 Июня 2012

Республика балалары Санкт-Петербургта халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашасаҡ

Эльмира Сабирова
Республиканан 20 бала Санкт-Петербургҡа юлланды. Улар мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың бишенсе Халыҡ-ара ижади фестиваль-конкурсында ҡатнашасаҡ.
Йәмғиәттең иғтибарын инвалид балаларҙың ижадына йәлеп итеү сараның төп маҡсаты булып тора. Бынан тыш, фестиваль төрлө илдәрҙәге инвалид балаларҙың ижади бәйләнештәрен киңәйтеүгә йүнәлтелгән.
Башҡортостандан ҡатнашыусылар музыка, бейеү сәнғәте, шулай уҡ һынлы сәнғәт кеүек номинацияларҙа үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтәсәк.
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Эльмира Кожаева һүҙҙәре буйынса, республиканың йәш таланттары был конкурста тәүгә ҡатнаша.
– Нигеҙҙә Башҡортостан исеменән II «Таланттар йондоҙлоғо» асыҡ республика һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсында еңеүселәр һәм уның призерҙары сығыш яһаясаҡ. Был конкурс үткән йылдың сентябрь-ноябрь айҙарында Өфөлә үтте, - тип аныҡлыҡ индерҙе Эльмира Кожаева.
Фестиваль Рәсәй Хөкүмәте, РФ Дәүләт Думаһы, РФ Дәүләт Думаһының Федерация Советы, Санкт-Петербург Хөкүмәте ярҙамында үткәрелә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика