08:31 (UTC+5), 09 Июня 2012

Истанбул делегацияһы Өфөләге байрам сараларында ҡатнашасаҡ

Любовь Колоколова
Өфөгә ете көнлөк эш сәфәре менән Истанбул ҡалаһының Фәтих районынан ҡаланың вице-мэры Аднан Гюлер етәкселегендәге делегация килде.
Беренсе көндө ҡунаҡтар Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов мнән осрашты. Ул Фәтих районы вәкилдәрен Өфөнөң социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы, Башҡортостан Республикаһы көндәрен үткәргәндә Истанбулға сәфәрҙән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм
ҡала инфраструктураһын, транспорт селтәрен үҫтереү өлкәһендә Өфөнөң төрөк коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашырға әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Өфө хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, осрашыу дауамында яҡтар эшлекле хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөмкинлеген тикшергән.
Визиттарының икенсе көнөндә Истанбул делегацияһы М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында булды. БДПУ ректоры Рәил Әсәҙуллин юғары уҡыу йорто буйлап ҙур булмаған экскурсия үткәрҙе, инновацион технологияларҙың нисек ҡулланылыуына, тыуған яҡтың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә университеттың ни тиклем етди ҡарауына, студенттарҙың һәләттәренә иғтибар итергә саҡырҙы. Әйтеп үтергә кәрәктер, бөгөн БДПУ составында биш институт, ете факультет һәм 48 кафедра иҫәпләнә.
Ҡунаҡтарға былтыр «Көньяҡ» биҫтәһендә педуниверситет базаһында асылған спорт комплексын да күрһәттеләр. Эльбрус Ниғмәтуллин — пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры, «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» турнирының дүрт тапҡыр еңеүсеһе үҙенең оҫталыҡ дәресен үткәрҙе.
Спорт комплексы «500 бассейн» программаһы буйынса төҙөлгән һәм ике бассейнды (ололар өсөн — 25х16 м һәм балалар өсөн – 16,4х4,7 м), ике тренажер залын, бер уйын бүлмәһен, дүрт уҡыу кабинетын, солярийы һәм массаж кабинеты булған медицина-тергеҙеү үҙәген үҙ эсенә ала.
Төркиәнән килгән ҡунаҡтар һуңынан «Ләлә-Тюльпан» мәсетенә барып, йома намаҙын уҡыны.
Өфөлә булған арала Төркиә делегацияһы ҡаланың бер нисә белем биреү һәм социаль учреждениеһы менән танышасаҡ, Рәсәй көнөнә, Салауат Юлаев көндәренә һәм Өфө ҡалаһы көнөнә арналған байрам сараларында ҡатнашасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика