Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+14 °С
07:07 (UTC+5), 08 Июня 2012

Тәүге берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләре билдәле булды

Эльмира Сабирова
Башҡортостанда биология, тарих һәм информатика буйынса тәүге берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләре билдәле булды. Өс имтихан һөҙөмтәләре буйынса 10 кеше 100 балл йыйған, шуларҙың туғыҙы — информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса, береһе – биологиянан. 728 уҡыусы минималь балл күләмен йыя алмаған: 322-һе - биологиянан, 250 кеше – тарихтан һәм информатиканан 156 кеше, тип хәбәр иттеләр БР Мәғариф министрлығында.
Тарихтан имтиханды 3392 кеше тапшырған, имтихан йомғаҡтары буйынса уртаса балл 54,94-кә тиң.
Информатика буйынса 2700 кеше белемен тикшергән. Был фән буйынса уртаса балл — 64,32.
Биологиянан имтиханға 5207 кеше килгән, был дисциплина буйынса уртаса балл 54, 25-те тәшкил иткән.
Кисә сығарылыш уҡыусылары математиканан икенсе мотлаҡ имтихан тапшырҙы. Уның барышында өс ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлгән.
— Инциденттар Федоровка, Кушнаренко, Бүздәк райондарында күҙәтелде. Уҡыусылар имтихан материалдарын интернетҡа һалған. Республикала үткән бөтөн имтихандар барышында йәмғеһе 11 ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлде, — тине БР Мәғариф министрлығының белем сифатын баһалау һәм БДИ бүлеге начальнигы Зәки Мырҙағәлин.
Билдәләп үтәйек, биология, Рәсәй тарихы, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса БДИ өсөн ҡуйылған балдар менән риза булмағандар апелляцияға бирә ала, аппеляция 9 июндә 14-18 сәғәттәрҙә БР Мәғарифты үҫтереү институты бинаһында (Өфө, Минһажев урамы, 120) үтәсәк.
Апелляцияға ғаризалар үрҙә күрһәтелгән адрес буйынса 8 июндә иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем һәм 9 июндә 9 - 14 сәғәттәрҙә 1АП формаһы буйынса йәки ошо уҡ форма буйынса тәүлек әйләнәһенә (мәктәптәрҙә һөҙөмтәләр иғлан ителгәс) apellyacia@mail.ru электрон почтаһына ҡабул ителә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика