Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+17 °С
06:52 (UTC+5), 06 Июнь 2012

Стәрлетамаҡ физкультура техникумы 80 йыллығын билдәләй

Людмила Терновая
Стәрлетамаҡ физик культура техникумы 80 йыллығын билдәләй. Ҡала мәҙәниәт һарайында техникумды һуңғы йылдарҙа тамамлаған сығарылыш уҡыусыларын йыйған юбилей кисәһе үтте. Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айҙар Ғәлимов, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренең спорт профилендәге юғары уҡыу йорттары ректорҙары уның почетлы ҡунаҡтары булды.
— Стәрлетамаҡ физкультура техникумының 80 йыллығы — беҙҙең республика өсөн дә, Рәсәй өсөн дә мөһим ваҡиға, — тип билдәләне Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова. — Барыһына ла билдәле булыуынса, Стәрлетамаҡ техникумы Башҡортостандың адаптив спортында башлап юл ярыусы булды. Башҡортостан спортсыларының бихисап спорт ярыштарындағы һәм Паралимпия уйындарындағы юғары ҡаҙаныштары - оҫта ойошторолған белем биреү процесының һәм педагогтар коллективы профессионализмының һөҙөмтәһе ул.
Байрам кисәһе концерт һәм директор Миҙхәт Мусаҡаев менән техникум уҡытыусыларын тәбрикләү менән тамамланды. Быйыл йыл аҙағына тиклем Стәрлетамаҡ физкультура техникумының 80 йыллығын байрам итеү сиктәрендә республикала бер нисә спорт һәм фәнни саралар үткәреләсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика