Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2012, 13:36
Өфөлә «Александр Тюлькиндың тыуған яғында. Урал пейзаждары» күргәҙмәһе асыла
Шаршамбы, 6 июндә, А.Тюлькиндың мемориаль йорт-музейында йыл һайын эшләүсе «Тюлькиндың тыуған яғында. Урал пейзаждары» күргәҙмәһе асыла, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына музей мөдире Финат Нәбиуллин.
Экспозицияла Өфө рәссамдарының 40-тан ашыу эше тупланған. Улар араһында – Александр Петриков, ағалы-энеле Вәғиз менән Вәкил Шәйхетдиновтар, Александр Масленников, Илдар Ғилманов, Ольга Зозуля.
Күргәҙмәне асыу тантанаһы 6 июндә 16 сәғәткә билдәләнгән. Экспозиция 31 авгусҡа ҡәҙәр эшләй.
Автор:
Розалия Вәлиева
Теги:
күргәҙмәләр
Читайте нас