Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
08:22 (UTC+5), 04 Июня 2012

Уҡыусылар бөгөн сит телдәрҙән һәм химиянан имтихан тапшыра

Эльмира Сабирова
Башҡортостанда химия буйынса берҙәм дәүләт имтиханына - 5292 кеше, сит телдәргә 2056 кеше (инглиз теле – 1994, немец теле – 52, француз – 10) яҙылған. Шулай ҙа теүәл һандар имтихандарҙан һуң ғына билдәле буласаҡ. БР Төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәге директоры Андрей Блинов әйтеүенсә, БДИ тапшырыуға заявка биргән уҡыусыларҙың барыһы ла имтиханға килмәй. Кемдер кире уйлай, кемдер юғары уҡыу йортона инер өсөн талап ителгән берәй фәнде уңышлы тапшырһа, икенсе өҫтәмә имтихан тапшырыуҙы кәрәк тип тапмай.
Был имтихандар буйынса насар баһалар аттестат алыуға йоғонто яһамай.
Шул уҡ ваҡытта кесаҙна, 7 июндә, балаларға икенсе мотлаҡ фәндән – математиканан имтихан тапшырырға кәрәк буласаҡ.
Һайлау буйынса икенсе берҙәм дәүләт имтиханы 13 июндә йәмғиәтте өйрәнеү фәненән һәм физиканан буласаҡ, 16 июндә — география һәм әҙәбиәт буйынса.
БДИ буйынса резерв көндәр - 18-21 июнь.
Кеҫә телефондарын алып ингән өсөн уҡыусылар имтихандан сығарыла. Телефонға төшөрөлгән БДИ материалдарын интернетта урынлаштырыу һөҙөмтәләрҙең юҡ ителеүе менән янай, был осраҡта имтиханды киләһе йылда ғына ҡайтанан тапшырып буласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика