Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
04:30 (UTC+5), 04 Июня 2012

Рөстәм Хәмитов Өфө районындағы һабантуйҙа ҡатнашты

Розалия Вәлиева, Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Николаевка ауылында үткән Өфө районы һабантуйында ҡатнашты. Республика башлығы ауыл эшсәндәрен байрам — баҫыу эштәре тамамланыуы менән ҡотланы һәм Өфө районының төбәктәге иң ҙур райондарҙың береһе булыуын билдәләне.
— Ул миллионлы халҡы булған ҡаланы ҡулса кеүек уратып алған, Өфөнө таҙа һауа һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һуңғы арала район йылдам үҫешә: ауыл хужалығы тармағы яңы үҫеш темпы алды, яңы инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла — былар барыһы ла беҙҙең уртаҡ эште күләмле итә. Ауыл халҡының тормошон еңеләйтер өсөн, республика Хөкүмәте бөтәһен дә эшләргә тырыша — ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуҙы субсидиялай, сәсеү һәм ураҡ эштәрендә ярҙам күрһәтә. Өфө районының тағы бер бурысы бар — ул үҙ биләмәһенә сәнәғәт предприятиеларын йәлеп итергә тейеш. Әлеге мәлдә ошо мәсьәлә өҫтөндә эш алып барыла.
Һабантуй тураһында һөйләгәндә, Рөстәм Хәмитов, бөтә донъяла билдәлелек алған халыҡтың яратҡан байрамы бөгөн республиканың тиҫтәләгән районында үтә, тип өҫтәне.
Ошонда уҡ һабантуйҙың төп сәхнәһендә Президент райондың айырыуса ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән хеҙмәткәрҙәрен бүләкләне.
«Алексеевка» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының машина менән һыйыр һауыу операторы Ризида Хәсәнова Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. «Николаевка» агрофирмаһы тракторсыһы Рафаил Сәитов «Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исемен алды.
— Бөгөн иң мөһим байрамдарҙың береһе, — тине хакимиәт башлығы Рәшит Саттаров. — Өфө районы эшсәндәре 35 мең гектарҙан ашыу иген һәм 1000 гектарҙан ашыу картуф сәсте.
Президент 119-сы йылҡы заводының, «Ҡармасан» совхозының, «Өфө» ҡошсолоҡ фабрикаһының, райондағы башҡа предприятиеларҙың тирмәләрен ҡараны.Бынан һуң Өфө районы «Йәйғор» балалар ижад йорто тәрбиәләнеүселәренең биҙәү-ҡулланма сәнғәт эштәре күргәҙмәһе менән танышты.
Өфө районы һабантуйы кискә ҡәҙәр гөрләп торҙо. Байрамды таланттар конкурсы, көрәш, гер спорты, волейбол, мини-футбол, ат сабыштары, халыҡ уйындары биҙәне.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика