Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2012, 12:59
Башҡортостан имамдары ғаилә ҡиммәттәре тураһында вәғәздәр уҡыясаҡ
Көн элгәре Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратында был ойошма ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты имам-ахундарының мәжлесе үтте. Осрашыуҙа Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин дә булды.
Мәжлес һөҙөмтәләре буйынса, имам-ахундар 30 июндә Шишмә ауылында Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының сираттағы йыйылышын үткәрергә ҡарар итте. 29-30 августа Өфөлә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университетын тамамлаусыларҙың съезы үтә.
Бынан тыш, имамдарға республиканың мосолман мәхәлләләрендә Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған саралар үткәрергә ҡушылды. Башҡортостандың дин әһелдәре халыҡҡа был темаға арналған вәғәздәр уҡыясаҡ, күп балалы, өлгөлө һәм йәш ғаиләләрҙе тәбрикләйәсәк.
Автор:
Тимур Рәхмәтуллин
Теги:
дин
Читайте нас