Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-23 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2012, 15:01
Өфөлә «Startup-Һабантуй» көтөлә
Өфөлә 8-9 июндә «Startup-Һабантуй» фестивале үткәрелә. Уның сиктәрендә Башҡорт дәүләт университетына Ҡазан IT-паркы эксперттарының килеүе көтөлә. Перспективалы IT-стартаперҙарҙы эҙләү — уларҙың төп маҡсаты. «Startup-Һабантуй» бығаса Ижевскиҙа, Йошкар-Олала, Чебоксарҙа, Түбәнге Новгородта, Саранскиҙа, Пензала һәм Һамарҙа үткән.
Фестиваль программаһы ике саранан тора. IT-тармаҡты үҫтереү мөмкинлектәре һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә карьера төҙөү тураһындағы бушлай лекцияны IT-парк директоры урынбаҫары Рәмил Ибраһимов уҡыясаҡ. Был сара 01-се аудиторияла (БашДУ-ның физика-математика корпусы) сәғәт 10-да башлана.
Төп ваҡиға — StartUp-Һабантуй сессияһы – 9 июнгә билдәләнгән. Теләге булғандарҙың барыһы ла проекттарының презентацияһын үткәреп, IT-парк һәм уның партнерҙары ярҙамында донъя күләмендәге инвестицияларға һәм экспертизаға сығырға мөмкинлек аласаҡ.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
мәғариф
Читайте нас