Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2012, 17:59
Башҡортостанда журналистар һабантуйы үтәсәк
15 июндә Архангел районында Башҡортостан Журналистар союзына 55 йыл тулыуға арналған фестиваль үтә. Ул туристик слет форматында ойошторола. Фестивалдә төрлө спорт ярыштарын, конкурстар, уйындар үткәреү планлаштырыла.
Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы һәм БР Журналистар союзы сығыш яһай. Министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, байрамға яҡынса 300 ҡатнашыусының килеүе көтөлә.
Һабантуйҙа коллективтар тулы состав менән ҡатнаша ала. Заявкалар БР Журналистар союзында ҡабул ителә. Конкурстар һәм ярыштар программаһы хаҡында өҫтәмә хәбәр ителәсәк.
Автор:
Любовь Колоколова
Теги:
киң мәғлүмәт саралары
башҡортостан журналистар союзы
Читайте нас