05:11 (UTC+5), 28 Мая 2012

Хәҙер Өфөлә лә Европаға виза алып була

Тимур Рәхмәтуллин
Өфөлә Берләштерелгән сервис-виза үҙәге асылды, унда Европалағы бер нисә илгә: Австрияға, Болгарияға, Греция, Дания, Испания, Мальта, Норвегия, Чехия һәм Швецияға виза алып була. Яңы үҙәктең операторы – Рәсәйҙең бик күп ҡалаларында ошондай уҡ үҙәктәр менән идара итеүсе VFS Global компанияһы.
Өфөләге офиста Европа илдәренә виза алыуға документтар ҡабул ителә һәм эшкәртелә. Үҙәктә ғариза яҙып, әҙер паспорт алып була, әммә виза биреү-бирмәү мәсьәләһен турист барырға теләгән илдең консуллығы ғына хәл итә. Документтарҙы тапшырыр алдынан, сервис-виза үҙәге консультанттары уларҙы консуллыҡ талаптарына ярашлылыҡҡа ентекләп тикшерә, был иһә ғариза биреүсегә техник хата арҡаһында визаһыҙ ҡалмаҫҡа ярҙам итә.
Ғариза биреүселәрҙән документтар ҡабул итеү һәм паспорттар биреү эш көндәрендә бойомға ашырыла. Хәҙер өфөлөләргә «шенген» артынан башҡа ҡалаларға йөрөргә тура килмәйәсәк. Был айырыуса туроператорҙар һәм турагентлыҡтар ҡатнашлығынан тыш, үҙ аллы сәйәхәт итергә күнеккән туристар өсөн уңайлы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика