Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+11 °С
05:19 (UTC+5), 25 Май 2012

«Урал моңо-2012» конкурсында еңеүсе ТӨРКСОЙ-ҙан 3 мең доллар аласаҡ

Ольга Мортазина | фото: Мирон Доровских
Кисә Өфөлә төрки йәштәрҙең XVI «Урал моңо» конкурс-фестивале башланды. Башҡорт дәүләт филармонияһында бәйгенең беренсе туры үтте. «Башинформ» агентлығында матбуғат конференцияһында Республика халыҡ ижады үҙәге етәксеһе Байрас Ишбирҙин хәбәр итеүенсә, конкурстан тыш, артистарҙы мәҙәни программа ла көтә: Иглин районына ҙур концерт менән барыу, теплоходта йөрөү, Бүздәк районында үтәсәк һабантуйҙа ҡатнашыу.
«Урал моңо — 2012» гала-концерты 26 майҙа 18 сәғәттә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтә. Инеү – саҡырыу билеттары буйынса. Интернет менән ҡулланыусылар концертты WWW.URALMONO.RU сайтында ҡарай ала. Гран-при яулаусы, төп наградаларҙан тыш, ТӨРКСОЙ-ҙан махсус приз - өс мең АҠШ доллары аласаҡ.
— Бер сәхнәлә барлыҡ төрки телле халыҡтарҙы йыйырға теләр инек, - тип фестивалдең маҡсатын иҫкә төшөрҙө Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев.
— Беҙҙең фестивалдең мөхите башҡаларҙыҡынан айырылып тора, - тине ижади конкурс жюрийы рәйесе композитор Урал Иҙелбаев. – Уның маҡсаты – конкурентлы көрәш түгел, ә дуҫтарса йылы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалыуҙа.
Журналистар менән осрашыуҙа артистар ҙа булды. Төрки илдәр делегаттары милли костюмдарҙа килеп, осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы үҙҙәренең туған телдәрендә сәләмләне.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика