Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+12 °С
07:56 (UTC+5), 25 Май 2012

БашДУ менән Глиндор университеты үҙ-ара аңлашыу тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙы

Эльмира Сабирова
Башҡорт дәүләт университеты һәм Глиндор университеты (Уэльс, Великобритания) үҙ-ара аңлашыу тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙы. БашДУ-ның матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, яҡтар бер нисә йүнәлеш буйынса (предприятие менән идара итеү, мәғлүмәт технологиялары, инженерлыҡ эше, сәнғәт һәм дизайн, инглиз теле) бакалавр һәм магистрлыҡ программаларын әҙерләргә ниәтләй. Бынан тыш, Британия университеты йыл һайын БашДУ студенттары өсөн стипендия түләргә һәм уҡытыусыларҙы инглиз теленә өйрәтергә әҙер.
Халыҡ-ара программалар буйынса директор Брайан Фоксон билдәләүенсә, Глиндор университетының Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары менән килешеп эш итеү буйынса тәжрибәһе бар. Күп йылдар дауамында улар Н.Э.Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Башҡорт дәүләт университеты ректоры Әхәт Мостафин сит ил ҡунаҡтарына юғары уҡыу йорто эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Брайан Фоксонды әлеге ваҡытта университетта белем алған студенттар һаны ғәжәпләндерҙе. Глиндор университетында уҡыусылар һаны өс тапҡырға тиерлек кәмерәк, тип билдәләне ул. Вузға ике педагогия академияһын ҡушыу процедураһы тамамланғас, студенттар һаны тағы ла артып, яҡынса 37 мең буласаҡ, тине Әхәт Мостафин.
Бөгөн Великобритания ҡунаҡтары студенттар, факультет декандары менән осрашырға, БашДУ-ның геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейында булырға һәм Өфө буйлап экскурсия ойошторорға ниәтләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика