Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
12:01 (UTC+5), 23 Мая 2012

«Электрон муниципалитет» форумында почтаның бер юлы тиҫтәләгән хеҙмәт күрһәтеү мөмкинлеге күрһәтелде

Әлфиә Шәрәфетдинова
Штрафтар тураһында белергә, һалым буйынса бурыстарҙың күләмен асыҡларға, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә, табипҡа ҡабул итеүгә яҙылырға –Башҡортостандың почта бүлексәләрендә хәҙер ошо һәм башҡа бихисап хеҙмәттәрҙән файҙаланырға мөмкин. Ауырғазы районында үткән «Электрон муниципалитет–2012» Бөтә Рәсәй форумында Федераль почта элемтәһенең БР буйынса идаралығы белгестәре почта аша дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү мөмкинлеге менән таныштырҙы.
— Интернетҡа тоташыу пункттары арҡаһында почта селтәре граждандарға, төрлө инстанцияларға йөрөмәйенсә, бер урында бихисап хеҙмәттәрҙән файҙаланырға мөмкинлек бирә, — тинеләр республика идаралығында. — Һәр почта бүлексәһендә квалификациялы бегестәр эшләй, улар кәрәкле хеҙмәтте һайларға һәм унан файҙаланырға ярҙам итәсәк. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр тураһындағы мәғлүмәттән тыш, бында гражданлыҡ, медицина ярҙамы, субсидиялар, мөлкәт мөнәсәбәттәре, һалым һәм йыйымдар, тәртип һаҡлау һәм хәүефһеҙлек мәсьәләләре тураһында ла белешергә була. Почта бүлексәләре аша Башҡортостан халҡы үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙары менән дәүләт власы органдарына мөрәжәғәт итә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, элемтә, телевидение һәм интернет өсөн түләй ала. Бер нисә ҡалала табипҡа ҡабул итеүгә һәм Росреестр идаралығына документтар тапшырыуға яҙылыу ҙа ойошторолған. «Рәсәй Почтаһы»ның үҫешкән инфраструктураһы арҡаһында электрон хеҙмәттәрҙән бөтә граждандар ҙа файҙалана ала. Быға халыҡтың ҡайҙа йәшәүе лә, шул иҫәптән төпкөл ауылдарҙан булыуы ла ҡамасауламай.
«Электрон муниципалитет» форумы ауылдарҙы мәғлүмәтләштереү мәсьәләләренә арналған. Иҫәп буйынса өсөнсө форумдың эшенә бөтә Рәсәйҙән йөҙҙән ашыу власть органдары вәкиле һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһе белгестәре йәлеп ителгән. Сарала ҡатнашыусылар IT-инфраструктураһын булдырыуға һәм уға ярҙам итеүгә муниципаль берәмектәр бюджеты сығымдарын ҡулайлаштырыу, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә күрһәтеү, кадрҙар әҙерләү, IT-хеҙмәттәрҙе һәм муниципалитеттарҙың мәғлүмәт-аналитика бүлектәрен һөҙөмтәле формалаштырыу һәм эшләтеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика