Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
08:04 (UTC+5), 22 Мая 2012

Йылайыр районында алты гектар урман ут эсендә ҡалған

Галина Бахшиева
Уҙған тәүлектә Башҡортостандың Йылайыр урман хужалығы биләмәһендә түбәндән таралған янғын һүндерелгән. Янғындың дөйөм майҙаны алты гектарҙы тәшкил иткән. Уны һүндереүҙә 18 кеше ҡатнашҡан, алты техника берәмеге йәлеп ителгән. Әлеге ваҡытта төбәктә һүндерелмәгән янғындар юҡ, тип хәбәр иттеләр БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
2012 йылдағы янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып Башҡортостандың урман фонды биләмәһендә 35 урман янғыны теркәлгән. Шуларҙың 14-е - кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе, береһе – йәшен арҡаһында, икәүһе – ойошмалар ғәйебе буйынса, тағы икәүһе баҫыуҙарҙағы ҡамылды яндырыу арҡаһында сыҡҡан. Ҡалған 16 янғындың ни сәбәпле сығыуы әле асыҡлана.
Ут үткән урман участкаларының дөйөм майҙаны 205 гектарҙан артып киткән.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, БР Урман хужалығы министрлығының диспетчер идараһы пункты тәүлек әйләнәһенә эшләй. Урман һағының «тура линия»һы телефоны: 8(347)262-40-39 йәки 8-800-100-94-00 (бөтә телефондарҙан да шылтыратыу бушлай).
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика