Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2012, 18:30

«Өфөлә Гагарин көндәре» халыҡ-ара фестивале асылды

«Өфөлә Гагарин көндәре» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр фестивале 21-23 майҙа үтә. Унда ҡатнашыу өсөн ике тапҡыр Советтар Союзы геройы, СССР-ҙың летчик-космонавты, авиация генерал-полковнигы, Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты Владимир Коваленок етәкселегендә Рәсәй космонавтикаһы легендалары килде. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың летчик-космонавты, авиация генерал-мойоры Виктор Горбатко, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың летчик-космонавты Александр Иванченков, Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың летчик-космонавты, СССР-ҙың атҡаҙанған һынаусы летчигы, авиация генерал-мойоры Игорь Волк, РФ Геройы, Рәсәйҙең летчик-космонавты, Рәсәйҙең космонавтар отряды летчигы, «Роскосмос» федераль йыһан агентлығы вәкиле Олег Скрипочка, Рәсәйҙең атҡаҙанған һынаусы летчигы, СССР-ҙың һынаусы космонавты Урал Солтанов, Рәсәй Космонавтика федерацияһының башҡарма директоры, РФ Хәрби-йыһан көстәре полковнигы Вячеслав Барденков, Рәсәй Космонавтика федерацияһының эштәр идарасыһы Виктория Склярова ла был сараға килде. Уларҙан тыш Өфөгә яҡташыбыҙ, кинорежиссер, кинооператор Мәхмүт Рафиҡов килде.
Саралар программаһы, йыһан туризмы, космонавтика киләсәге хаҡында улар «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһы барышында һөйләне.
— Беҙҙең алдағы эшмәкәрлекте йәш быуынһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын, - тине Владимир Коваленок. – Беҙҙең төп бурыс – үҫеп килеүсе быуын менән эшләү. Һәм һеҙҙең республикала был йәһәттән күп эштәр башҡарыла. Беҙҙең федерацияның төбәк бүлексәһе бында яңыраҡ булдырылыуға ҡармаҫтан, ул илдә алдынғыларҙан һанала. Ун меңләп егет һәм ҡыҙҙың йыһан тематикаһына мөрәжәғәт итеүе, «Гагарин көндәре» сиктәрендә үткәрелгән барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы ҡыуандыра. Бының менән беҙ барыһын да йыһанға саҡырмайбыҙ, ә әүҙем булырға, үҙеңдә ныҡышмалылыҡ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләргә өндәйбеҙ.
Гагарин Ергә кире ҡайтҡандан һуң, уны видеотаҫмаға төшөргәнендә яҡташыбыҙ Мәхмүт Рафиҡовҡа 37 йәш була. Әммә был осрашыу алдынан уға күп юлдар үтергә тура килә.
— Һуғыш башланғанда мин унынсы класта уҡый инем, фронтҡа эләкмәнем, авиация заводында эшләнем. Артабан Өфөләге һәм Мәскәүҙәге авиация институттарында белем алдым. Бынан һуң С.А.Герасимов исемендәге бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтына уҡырға индем, уны тамамлағас, мине фәнни-популяр фильмдар киностудияһына йүнәлттеләр. Шулай итеп, Юрий Гагаринды видеотаҫмаға төшөргән беренсе оператор булдым. Нисек кенә булһа ла йыһандан ҡайтҡан кешенең, уны уратып алған халыҡтың эмоциональ торошон күрһәтергә тейеш инем. Ул ваҡытта бихисап ҡыҙыҡлы кадр төшөрҙөм.
Мине Сергей Павлович Королев кеүек ғалим менән осраштырғаны өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен, тип белдерҙе һүҙ аҙағында Мәхмүт Рафиҡов.
Рәсәй космонавтикаһы легендаларының республикала булыу программаһы сараларға бай. Ҡунаҡтар өсөн Рәсәйҙә космонавтика тарихы буйынса түңәрәк өҫтәл, «Минең йыһан донъяһы» халыҡ-ара балалар проектында ҡатнашыусылар, йәш баскетболсылар – Ю.А.Гагарин исемендәге Кубок еңеүселәре, Ю.А.Гагарин исемендәге мәктәп уҡыусылары олимпиадаһында еңеүселәр менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ, шулай уҡ улар Өфөнөң 93-сө, 3-сө, 39-сы гимназияларына барасаҡ.
Автор:Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: