Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2012, 13:42
Өфөлә «Гүзәл бала саҡ иле» байрамы үтәсәк
Башҡортостанда Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы сиктәрендә «Гүзәл бала саҡ иле» байрамы 17 майҙа И.Якутов исемендәге паркта үтә. Акция Балаларҙы яҡлау көнөнә һәм «Глобус» балалар ижады үҙәгенә 10 йыл тулыуға арнала.
Сарала концерт номерҙарын күрһәтеү, художестволы һәм биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәһе, спорт майҙансыҡтары, фотокүргәҙмәләр эшен ойоштороу, төрлө бәйге, викторина, оҫталыҡ дәрестәрен үткәреү ҡаралған.
Өфөнөң Совет районындағы «Глобус» балалар ижады үҙәге менән ойошторолған байрам 18 сәғәттә башлана.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
байрамдар
балалар
Читайте нас