Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Май 2012, 13:29

«Башинформсвязь» «Балаға шатлыҡ бүләк ит!» марафонын башлай

Балаларҙы яҡлау көнө алдынан «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән «Тормош балаларға!» хәйриә фонды «Балаға шатлыҡ бүләк ит!» марафонын башлай. Уның маҡсаты — Өфө, Ҡулса урамы, 103 адресы буйынса урынлашҡан 9-сы балалар йортона аҡса йыйыу.
Әлеге ваҡытта унда 5 йәштән 19 йәшкә тиклемге 150-нән ашыу бала тәрбиәләнә.
Йыйылған средстволарға бүләктәр һатып алынасаҡ һәм Балаларҙы яҡлау көнөндә балалар йортона тапшырыласаҡ.
Аҡса йыйыу «Башинформсвязь» йәмғиәтенең хеҙмәтләндереү пункттарында 29 майға тиклем дауам итә.
Автор: "Башинформ"
Теги: хәйриә
Читайте нас