Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-10 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2012, 15:16

Стәрлетамаҡта Чечняла һәләк булған һалдатҡа мемориаль таҡтаташ асылды

Стәрлетамаҡтың 3-сө лицейында Чечен Республикаһында батырҙарса һәләк булған Дмитрий Дементов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Унда лицей уҡытыусылары, Дмитрийҙың ата-әсәһе һәм дуҫтары, ҡала хакимиәте һәм ветерандар ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Улар сәскәләр һалды һәм һалдатты бер минут тын тороп иҫкә алды.
Дмитрий Дементов гел «бишле» билдәләренә мәктәпте һәм Юғары хәрби диңгеҙ училищеһын тамамлай. Чечен Республикаһына ебәрелгәс, 1995 йылдың 22 апрелендә боевиктар отряды менән тигеҙ булмаған алышта һәләк була. Күрһәткән батырлығы өсөн Дмитрий Дементовҡа үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены бирелә.
Автор: Людмила Терновая
Теги: хәтер
Читайте нас