Шишәмбе, 14 Апрель 2026
|
Өфө
+12 °С
04:22 (UTC+5), 21 Апрель 2012

Өфөлә «Минең республикам» экологик акцияһы старт ала

Эльмира Сабирова
«Минең республикам» йәштәр социаль-экологик акцияһының беренсе этабы бөгөн, 21 апрелдә, Өфөлә старт ала. Был ҙур сара «Ҡотҡарыу һәм һаҡлап ҡалыу» халыҡ-ара экологик акцияһы сиктәрендә ойошторола.
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, өмә 10 сәғәттә Конгресс-холл бинаһы артындағы майҙанда башланасаҡ. Унан алда ҡатнашыусыларҙы «ZaRЯdka Party» көтә. Артабан йәштәр Ағиҙел йылғаһы янындағы территорияны сүп-сарҙан таҙартасаҡ. Иң күп сүп-сар йыйыусы командалар өсөн БР Йәштәр эштәре һәм спорт буйынса министрлығы, Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге приздар һәм бүләктәр әҙерләгән.
Ғәҙәттәгесә, әүҙем ҡатнашыусылар иҫәбендә - Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары, «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы», «БР Студенттар хеҙмәт отрядтары штабы», «Рәсәй ауыл йәштәре союзы», «Башҡортостан пионерҙары» йәштәр йәмәғәт ойошмалары активистары – йәмғеһе 400-ҙән ашыу кеше.
Сараны ойоштороусылар булып Өфөнөң Киров районы хакимиәте һәм «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы ярҙамында БР Йәштәр эштәре һәм спорт буйынса министрлығы, Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге, төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сығыш яһай.
Акция Башҡортостан ҡала һәм райондарында 19 майға тиклем дауам итәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика