04:40 (UTC+5), 19 Апреля 2012

Шанхайҙан осҡан самолет әлегә «Өфө» аэропортында ҡала

Любовь Колоколова
Шаршамбы кис «Өфө» аэропортына төшкән «Люфтганза» авиакоманияһының самолеты әле һаман тәғәйен еренә осмаған. Boeing-747 судноһында Шанхайҙан Франкфуртҡа юлланған пассажирҙар (ә улар бортта 311 кеше булған) төндө Өфө аэропортында үткәргән. Уларҙы халыҡ-ара терминалдың өсөнсө ҡатында һәм эске авиалиниялар терминалының транзит залында урынлаштырғандар, рейсын көтөп, улар әле лә шунда ҡала.
«Башинформ» агентлығына «Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса әйҙәүсе белгесе Таһир Мөхәмәтшиндың хәбәр итеүенсә, пассажирҙарға эсемлектәр һәм йылы аш бирелгән. Ремонт мәсьәләһен хәл итеү өсөн төнөн «Люфтганза» авиакомпанияһының техниктары килгән. Әлеге ваҡытта улар килеп тыуған хәлдең сәбәптәрен асыҡлай.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Башҡортостан территорияһы аша үтеп барған Boeing-747 салонда төтөн таралыуы арҡаһында кисекмәҫтән «Өфө» аэропортына төшөүҙе һорай. Был урындағы ваҡыт менән 19.32-лә була. Самолет имен-һау Башҡортостан еренә төшә. Пассажирҙарҙың береһенә лә медицина ярҙамы талап ителмәй. Ситуацияны республика Президенты шәхси контроленә ала.
Ваҡиғалар үҫеше тураһында «Өфө» аэропортынан алынған сираттағы яңылыҡтарҙа уҡығыҙ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика