Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Облачно
Баш
Рус
Eng
Йәмғиәт
19 Апреля 2012, 08:24
Баш ҡалала хоҡуҡ һәм дәүләттең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара конференция асылды
19-20 апрелдә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты IV «XXI быуатта хоҡуҡ һәм дәүләттең көнүҙәк мәсьәләләре» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһын үткәрә.
Фәнни форум Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе ҡарамағында һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының «Фәнни йәмәғәтселектең индергән өлөшө» (UNAI) программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола. Унда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Рәсәйҙәге учреждениелары, Башҡортостан Республикаһының закондар сығарыу, башҡарма һәм суд власы органдары вәкилдәре, илдең алдынғы юғары уҡыу йорттарынан ғалим-юристар ҡатнаша. Форумда ҡатнашыусылар XXI быуатта хоҡуҡ һәм дәүләтте үҫтереүҙең халыҡ-ара һәм милли аспекттарына, шулай уҡ бөгөнгө йәмғиәттә кеше хоҡуҡтарын тәьмин итеүгә ҡағылышлы бихисап мәсьәләләрҙе тикшерә.
Автор:
Марина Шумилова
Теги:
конференциялар
Читайте нас