Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2012, 16:16

Өфөлә автомобилде 50 һумға йыуырға мөмкин

Өфөлә автомобиль хужалары машинаһын 50 һумға ғына йыуа ала. «Таҙа ҡала» экологик акцияһы сиктәрендә уларға ошондай мөмкинлек бирелә, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Был акция 30 апрелгә тиклем дауам итәсәк.
— Яҙғы юл өҙөклөгө осоронда автоһәүәҫкәрҙәр өсөн автомобилде таҙа тотоу һәм ҡалалағы машина йыуыу пункттарына сират тороу кеүек етди проблемалар тыуа. Өфө водителдәренә был мәсьәләне хәл итергә ярҙам итеү маҡсатынан, баш ҡаланың 11 машина йыйыу үҙәгендә сиратһыҙ тиҙ арала автомобиль кузовынан бысраҡты һыу менән сайып төшөрөү ойошторолдо, был хеҙмәттең хаҡы - 50 һум, — тип билдәләнеләр мэрияла.
Акцияла ҡатнашыусы ойошмалар тураһында (347) 276-99-11 телефоны аша мәғлүмәт алырға мөмкин.
Автор: Әлфиә Шәрәфетдинова
Читайте нас