Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-26 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель 2012, 11:51

«Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына республикалағы ЮНЕСКО вәкиллеге башлығы яуап бирә

11 апрелдә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) ЮНЕСКО эштәре буйынса БР комитетының башҡарма директоры Өлфәт Йомағужиндың онлайн-конференцияһы үтә.
Урындағы ваҡыт менән сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем сайтҡа ингән һәр кеше, порталдың баш битендәге «Һорау бир!» бүлегендә тейешле форманы тултырып, Өлфәт Йомағужинғ мөрәжәғәт итә ала. Теүәл 12-лә һорауҙар ҡабул итеү туҡтатыласаҡ.
i -gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.
Башҡортостандағы ЮНЕСКО вәкиллеге башлығының интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» материалдарында, шулай уҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә сағылыш табасаҡ.
Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.
Автор: Сергей Захаров
Читайте нас