Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
11:03 (UTC+5), 11 Апреля 2012

Өфөлә ЮНЕСКО-ны өйрәнеү буйынса дәреслек баҫылып сығасаҡ

Тимур Рәхмәтуллин
Башҡортостанда ЮНЕСКО-ны өйрәнеү буйынса дәреслек баҫтырыласаҡ, тип хәбәр итте бөгөн «Ижтимағи электрон гәзит»тә үткән онлайн-конференцияла Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Өлфәт Йомағужин.
— Республиканың бер нисә юғары һәм урта махсус уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ һәм улар менән ЮНЕСКО-ны өйрәнеү буйынса уҡыу әсбабы әҙерләйбеҙ, - тине Өлфәт Йомағужин. – Ул мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм ЮНЕСКО халыҡ-ара ойошмаһы менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн тәғәйенләнгән. Башҡорт дәүләт педагогия университеты нигеҙендә уҡытыусылар өсөн ЮНЕСКО-ны өйрәнеү буйынса курстар үткәрәбеҙ. Ағымдағы йылдың икенсе яртыһында үҙебеҙҙең сайтта «ЮНЕСКО-ны өйрәнеү» журналының интернет версияһын да булдырырға планлаштырабыҙ. Бында беҙҙең китаптар, материалдар тураһында мәғлүмәт алып буласаҡ.
Мәғлүмәт, нәшриәт эшмәкәрлеге сиктәрендә Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты «Башҡортостан Республикаһында мәғариф мөхите» йыйынтығын, рус һәм инглиз телдәрендә «Башҡортостан Республикаһы буйынса белешмә» баҫып сығарҙы, тиҙҙән ул француз һәм немец телдәрендә лә донъя күрәсәк. «Урал батыр» эпосының француз һәм немец телдәренә тәржемәһе әҙерләнә, әлеге ваҡытта әҫәр инглиз һәм төрөк телдәренә тәржемә ителгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика