Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-26 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2012, 12:55
Хәйбуллала реконструкцияланған ике мәктәп асылды
Хәйбулла районында капиталь ремонттан һуң ике дөйөм белем биреү мәктәбе асылды.
Ғәлиәхмәт ауылы мәктәбе 1975 йылда төҙөлгән. Бында 9,6 млн һумлыҡ ремонт үткәрелгән. Төҙөүселәр ҡыйығын, иҙәндәрен яңыртҡан, диуарҙарын матурлаған, евротәҙрәләр, ишектәр ҡуйған. Мәктәптең бер ҡабырғаһы интернат итеп үҙгәртелгән, унда ашхана, ял бүлмәһе, уҡыу залы бар.
Ивановка мәктәбе лә танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, бында бөгөн 138 бала белем ала. 1962 йылда төҙөлгән бина тулыһынса яңыртылған. Бында нигеҙенән алып ҡыйығына тиклем ҙур эштәр башҡарылған, евротәҙрәләр, ишектәр ҡуйылған, стеналары, түбәһе, иҙәндәре ремонтланған. Мебель һәм ҡорамалдар тулыһынса алмаштырылған. Капиталь ремонт Ивановка мәктәбенә 25 млн һумға төшкән.
Автор:
Людмила Терновая
Теги:
мәғариф
мәктәптәр
Читайте нас