13:01 (UTC+5), 03 Апреля 2012

14 апрелдән 19 майға тиклем Башҡортостанда экологик өмәләр үтәсәк

Галина Бахшиева
14 апрелдән 19 майға тиклем республиканың район һәм ҡала биләмәләрен сүп-сарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса экологик өмәләр үтәсәк. Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле бойороғона ҡул ҡуйылған да инде.
— Республиканың министрлыҡтары, дәүләт комитеттары, ведомстволары, муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәре, ойошмалары, профсоюз комитеттары һәм йәмәғәт ойошмаларына ихаталарҙы, урамдарҙы, юлдарҙы, парктарҙы, баҡсаларҙы һәм биләмәләрҙе сүп-сарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса саралар үткәрергә тәҡдим ителде, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.
Республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәренә экологик өмәләр үткәреү сиктәрендә башҡарылған эш хаҡында БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының территориаль бүлексәләренә аҙна һайын хәбәр итеп торорға тәҡдим ителде.
Ғәҙәттәгесә, экологик өмәләргә төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы йомғаҡ яһаясаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2011 йылда, Башҡортостанда үткәрелгән яҙғы экологик өмәләр һөҙөмтәләре буйынса, республика биләмәләрен сүп-сарҙан таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса уртаса процент 99,3-кә етте.
Ҡала һәм ауыл биләмәләрен сүп-сарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса сараларға 38 меңдән ашыу берәмек махсус техника йәлеп ителде. Экологик өмәләр ярҙамында полигондарға һәм сүплектәргә яҡынса 350 мең кубометр ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарып түгелде.
Бынан тыш, бындай саралар сиктәрендә юлдарға ремонт үткәрелде. Уларҙың дөйөм майҙаны 2100 мең квадрат метр тәшкил итте.
Биләмәләрҙе йәшелләндереү буйынса ла ҙур эштәр башҡарылды. Дөйөм алғанда Башҡортостанда 1098 меңгә яҡын ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды. Йәшелләндереү буйынса республиканың Тәтешле районы алдынғылыҡты бирмәне, унда 646 мең үҫенте ултыртылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика