Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.65
+0.24
92.68
-0.07
68.77
-0.34
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2012, 18:29

Рөстәм Хәмитов: «Хәйриә мәсьәләләрен хәл итеүҙә үҙебеҙ өлгө булып торорға тейеш»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 27 мартта Хәйриә эшмәкәрлеге буйынса советтың икенсе ултырышын үткәрҙе. Уның сиктәрендә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән әҙерләнгән «Башҡортостан Республикаһында хәйриә һәм хәйриә эшмәкәрлеге тураһында»ғы закон проекты тикшерелде, хәйриә ойошмалары эшмәкәрлегенең мәғлүмәти киңлеген булдырыу, төбәктә ирекле хәрәкәтте үҫтереү тураһында мәсьәләләр ҡаралды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Советтың тәүге ултырышы үткән йылдың декабрендә үткәрелгәйне. Унда Совет эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре һәм ғәмәлдәге проблемалар билдәләнде.
Бөгөн хәйриә эшмәкәрлегендә барлыҡ ҡатнашыусылар – республика, урындағы йәмәғәт Советтары, тейешле ойошмалар, фондтарҙың үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүен тәьмин итеү мөһим.
«Хәйриә һәм хәйриә эшмәкәрлеге тураһында»ғы республика закон проекты хаҡында һүҙ йөрөтөп, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова хәйриә эшмәкәрлегенең аныҡ закондарға нигеҙләнергә тейешлеген билдәләне.
— Әлеге ваҡытта «Хәйриә эшмәкәрлеге, хәйриә ойошмалары тураһында»ғы 135-се федераль закон хәйриә эшмәкәрлеген көйләүсе төп норматив-хоҡуҡи акт булып тора. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, 2011 йылдың 1 октябрендә РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына тейешле федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында закондар сығарыу инициативаһы индерелгәйне. Әлеге закон проектына ярашлы, тейешле хәйриә ойошмаһында эшләү стажын дөйөм хеҙмәт эшмәкәрлеге стажына индереү тәҡдим ителә, - тип аңлатты Башҡортостан парламенты депутаты. – Бик күп йәмәғәт һәм хәйриә ойошмалары был тәҡдимде ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡабул итте. Был, әлбиттә, хәйриә эшмәкәрлеге статусын арттырырға мөмкинлек бирәсәк һәм бындай эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүселәр һанын арттырасаҡ.
Әлеге хоҡуҡи мөнәсәбәттәр өлкәһендә республиканың закондар сығарыу эшмәкәрлеге хаҡында һөҙ йөрөтөп, Лилиә Ғүмәрова хәйриә өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының 1997 йылдың 8 декабрендәге законының 2001 йылда үҙ көсөнән сығыуы хаҡында иҫкә төшөрҙө.
Ултырышта ул закон проектының тулыһынса әҙерләнгән концепцияһын тәҡдим итте. Башҡортостан парламенты вице-спикеры ҡайһы бер статьяларҙың үҙгәртелеүе хаҡында әйтте. Атап әйткәндә, яңы редакцияла хәйриә эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре киңәйтелде. Уларҙың береһе – инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә, шулай уҡ ауыр хәлгә осраған граждандарға ярҙам итеү. Бында тирә-яҡ мөхитте яҡлау буйынса ла эшмәкәрлек индерелгән. Бынан тыш, депутаттар хәйриә эшмәкәрлегенә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән норматив-хоҡуҡи акттар әҙерләүҙә хәйриә эшмәкәрлегендә ҡатнашыусыларҙың да тәҡдимдәрен иҫәпкә алырға һәм республикала йәшәүселәргә ярҙам күрһәтеү тураһындағы мәғлүмәт менән тьәмин итергә тәҡдим итә.
— Йыш ҡына беҙҙең йәмәғәт ойошмалары, фондтар бындай мәғлүмәт менән таныш түгел, - тип өҫтәне Лилиә Ғүмәрова.
Закон 2012 йылдың икенсе яртыһында үҙ көсөнә инәсәк, тип планлаштырыла.
Ултырышта ҡатнашыусылар шулай уҡ хәйриә ойошмаларының берҙәм республика интернет-порталын булдырыу, йыл һайын был өлкәлә ҡатнашыусыларҙың форумын үткәреү, волонтерлыҡ эшмәкәрлеген үҫтереү тураһында тәҡдимдәр менән сығыш яһаны.
— Волонтерлыҡ мәсьәләһе беҙҙең өсөн киҫкен тора, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – Был йәһәттән әүҙемерәк эшләү зарур.
Башҡортостан Республикаһының Кредит ойошмалары ассоциацияһы рәйесе Айҙар Зөбәйеров донъя кимәлендәге тәжрибәне ҡулланырға тәҡдим итте. Атап әйткәндә, уның фекеренсә, һәр компания үҙенең хәйриә эшмәкәрлеге тураһында отчет әҙерләй ала.
«Хәйриә мәсьәләләрен хәл итеүҙә беҙ үҙебеҙ өлгө булып торорға тейеш. Шуға күрә үҙебеҙҙең килемдең берәр процентын хәйриә эшмәкәрлегенә йүнәлтеп тороу өҫтөндә уйларға тәҡдим итәм. Мин, мәҫәлән, үҙем өсөн был ҡарарҙы ҡабул итәм», тине Рөстәм Хәмитов, кәңәшмәгә йомғаҡ яһап.
Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2012 йылдың 1 мартына ҡарата республикала 223 хәйриә ойошмаһы теркәлгән. Социаль маҡсатлы программалар фонды эшләй, 2011 йылда ул хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәрҙән яҡынса 2 миллиард һум аҡса алған. Средстволар социаль инфраструктура объекттарын төҙөүгә, реконструкциялауға, уларға капиталь ремонт үткәреүгә йүнәлтелгән.
Советтың 2011 йылдың 16 декабрендәге ҡарарҙарына ярашлы, республиканың 22 муниципаль берәмегендә хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса йәмәғәт советтары булдырылды, ә 17 районда улар әлегә формалаштырыла.
Автор:Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин
Читайте нас: