Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2012, 15:50
Бүздәктәге янғын һөҙөмтәһендә 44 кеше торлаҡһыҙ ҡалды
Йәкшәмбе көндө Бүздәк районы үҙәгенең Пархоменко урамындағы ике ҡатлы ағас йорт тулыһынса янып бөттө. Йортта йәшәүселәр барыһы ла эвакуацияланды, һәләк булыусылар һәм ҡазаланыусылар юҡ. Утты һүндереүҙә 18 техника берәмеге һәм 52 янғын һүндереүсе ҡатнашты, янғын сәбәбе асыҡлана, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығында.
Йортта 16 фатир булған. Унда 44 кеше, шул иҫәптән 23 бала йәшәгән. Йортһоҙ ҡалғандар туғандарында урынлашҡан, йәнә район хакимиәте уларға 94-се һөнәрселек училищеһының ятағынан урын биргән.
Автор:
Ольга Мортазина
Теги:
янғын
Читайте нас