Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
12:05 (UTC+5), 21 Марта 2012

Республикала 2012 йылғы йәйге балаларҙы һауыҡтырыу кампанияһын үткәреүгә әҙерлек алып барыла

Эльмира Сабирова
Башҡортостанда 2012 йылғы йәйге балаларҙы һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса әүҙем эш алып барыла. Мөмкин тиклем күберәк балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ялын ойоштороу өсөн бөтә саралар ҙа күрелә. Эшләнгән эштәргә йомғаҡтар һәм төп бурыстар ошо арала вәкәләтле муниципаль органдар вәкилдәренең һәм Башҡортостан Республикаһы балаларының, үҫмерҙәренең һәм йәштәренең ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы ойоштороусыларҙың семинарында тикшерелә. Был сара Өфөлә, йыл әйләнәһенә эшләүсе «Салют» санатор-һауыҡтырыу лагерында үтә.
Программала быйыл төбәктә балаларҙың ялын санитар-эпидемиологик яҡтан тәьмин итеү, миҙгелле һауыҡтырыу ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә медицина тикшереүе үткәреү, йәштәр сәйәсәте һәм спорт учреждениелары һәм органдары менән йәш быуынды аҙ сығымлы ял формаларына йәлеп итеү, республика биләмәһендәге йәйгеһен балалар ял иткән объекттарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләр билдәләнгән.
Бынан тыш, Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге йәштәр сәйәсәте белгестәре өсөн йәйге ялды ойоштороу буйынса семинар ойошторҙо. Уның сиктәрендә йәйге профилле лагерҙар программаһын төҙөү, профилле сменаларҙы психологтар ярҙамы менән тәьмин итеү, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең йәйге ялын ойоштороуҙы тәьмин итеүгә норматив-хоҡуҡи һәм техник талаптар кеүек көнүҙәк темалар тикшерелде.
Семинарҙы БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Мәғариф министрлығы, БР Профсоюздар федерацияһы һәм Республика балаларҙың ялын һәм мәшғүллеген ойоштороу буйынса ведомство-ара комиссия ойошторған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика